Өфөлә Саха театры үҙ гастролдәрен башлай

Тулыраҡ: Өфөлә Саха театры үҙ гастролдәрен башлай

Өфөлә Саха театры үҙ гастролдәрен башлай.

Яҡут милли театрының 110 йыллығына арналған гастролдәр Евразия илдәре буйлап үтә. Саха театры үҙенең легендар спектаклдәре менән хатта бөтә донъяны урап сығырға ниәтләй. Улар Ҡытай, Бүрәт, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Татарстан сәхнәләрен яулап Башҡортостанға килеп етте. Спектаклдәр яҡут телендә бара. Тамашаларҙы 7-се ноябргә тиклем Башҡорт дәүләт академия драма театрында һәм Нур татар дәүләт театрында ҡарарға мөмкин.