Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләй

Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләй

Ҡар яуыу сәбәпле, Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләй. Көслө ел һәм буран арҡаһында уҙған көн ҡалаға ауыр йөк автомобилдәренә инеү сикләндн. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡала урамдарында иғтибарлы булырға, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, тиҙлек режимын һаҡларға кәңәш итә, алыҫ сәфәрҙәрҙе кисектереп тороу хәйерлерәк. Шулай уҡ транспорт сараларын электр линиялары, нығытылмаған конструкциялар эргәһендә ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә ҡотҡарыусылар