Өфө – баян мәккәһе. Был һүҙҙәр Санкт-Петербург консерваторияһы профессоры, күренекле дирижер, баянсы Александр Дмитриевтыҡы. Ул баянсы, аккордеонсы һәм гармунсыларҙың Владимир Башинский ис.тәүге халыҡ-ара конкурсы ҡунағы. Конкурс программаһы өс көнгә бүленде. Тәүгеһендә — 19 декабрҙә оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар һәм күренекле музыкант, педагог Владимир Владиславовичтың тәрбиәләнеүселәре һәм хеҙмәттәштәренең концерты үтте. Конкурс еңеүселәренең исемдәрен бөгөн тантаналы иғлан итәләр.Яңғыҙ яңғыраһынмы ул, оркестрҙа, ансамблдә булһынмы, баян, гармун, аккордеон телдәренән сыҡҡан көй тулыһынса залды моңға сорнап ала. Күптән инде халыҡ музыка ҡоралына әйләнгән ул,үҙен йә дәртәлнеп, йә моңайып тыңлайһың. Өфө тамашасыһы иң оҫта баянсыларҙың сығыштарын күреүгә күнеккән. Баш ҡалала йәш таланттар профессиональ сәхнәгә тәүге аҙымдарын яһай. Конкурстарҙа ҡатнашып , бармаҡтарын нығыта. Конкурсанттар һәм уларҙың уҡытыусылары алдында мәртәбәле ҡунаҡ Санкт-Петербург консерваторияһы профессоры, күренекле дирижер, баянсы Александр Дмитриев сығыш яһаны. Конкурстың Уҡытыусы һәм остаз йылына, Владимир Башинскийҙың тыуыуына 75 йыл тулыуға арнап үткәрелеүе программаны, бәйге сиктәренән сығарып, оҫталыҡ дәрестәре, тәжрибә уртаҡлашыуҙар менән байытырға мөмкинлектәр асты
Өфө – баян мәккәһе
Өфө – баян мәккәһе