«Башҡортостан» ДТРК-һы радиотапшырыуҙар студияһы етәксеһе Ришат Фәтхинислам улы Миндияров арабыҙҙан китте

«Башҡортостан» ДТРК-һы радиотапшырыуҙар студияһы етәксеһе Ришат Фәтхинислам улы Миндияров арабыҙҙан китте.

2023-сө йылдың 27-се декабрендә хеҙмәттәшебеҙ, билдәле журналист, радио тапшырыуҙар алып барыусы, «Башҡортостан» ДТРК-һы радиотапшырыуҙар студияһы етәксеһе Ришат Фәтхинислам улы Миндияров арабыҙҙан китте. Үҙ ғүмеренең күп йылдарын Ришат Миндияров журналистикаға арнап, һөнәренә тоғро хеҙмәт итте. Телеүҙәк бинаһы уның икенсе йорто ине. Радиоға БДУның өсөнсө курсынан килгән Ришат Миндияров хәбәрсе булып эш башлай. Тап ул "Радио 2" каналы, хәҙерге ""Юлдаш" радиоһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. "Радио 2" каналында башҡорт телендәге тәүге тапшырыуҙар авторы. 1995-се йылдан "Сәләм" телевизион тапшырыу авторы һәм алып барыусыһы була. 2003-2004 йылдарҙа Башҡортостан Юлдаш Телевидениеһының башҡорт телендәге яңылыҡтар редакцияһында баш мөхәррир вазифаһын үтәй. 2016-сы йылдың ғинуарында Башҡортостан ДТРКаһы биналарын файҙаланыу бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының "Рәсәй -Башҡортостан» радиоһында «Аҙна йомғаҡтары» һәм Рәсәй 1 каналында "Хәйерле иртә республика!" тапшырыуын алып бара, радиотапшырыуҙар студияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ришат Миндияров Башҡортостан Республикаһы Почет Грамотаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең "Үҙ һөнәрендә иң яҡшыһы" дипломы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың иҫтәлекле билдәһе менән бүләкләнә. 2020-се йылда Ришат Миндияровҡа "Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре" исеме тапшырыла. Рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ флоты баш командующие приказы менән коллегабыҙ Ришат Миндияровҡа Рәсәй оборона министрылығының "Арктикалағы хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалы бирелде. Ришат Фәтхинислам улы йәш хеҙмәттәштәре өсөн ысын журналист өлгөһө ине. Ул асыҡ, ярҙамсыл, итәғәтле, ғәҙеллеге менән иҫтә ҡаласаҡ. Хеҙмәттәшебеҙҙең арабыҙҙан китеүе Башҡортостан ДТРКаһы өсөн көтөлмәгән һәм оло юғалтыу. "Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы коллективы Ришат Фәтхинислам улы Миндияровтың ғаиләһе,туғандары, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Ришат Фәтхинислам улы Миндияровтың исеме һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ.