Благовещен районында йәшәүселәрҙе рөхсәт ителмәгән сүплек мәсьәләһе борсоуға һала.
Улар ауылдарына илтеүсе юлдың сүп-сар менән тулыуына, шул арҡала тирә-яҡҡа насар еҫ таралыуына зарлана. Сүплеккә яҡын урынлашҡан ауылда йәшәүселәр, ваҡыты-ваҡыты менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төтәүенә, Иҙәк йылғаһының бысраныуына бошона. Сүплектән тау өйөмө хасил булған. Көнөнә тиҫтәләгән машина эргә-тирәләге ауылдарҙан бында сүп-сар ташый. Йылдар буйы дауам иткән был хәлдең берәй заман үҙгәреренә өмөтөн өҙгән халыҡ һаулығы өсөн борсола башлаған. Благовещен районында йәшәүселәрҙе тирә-яҡ тәбиғәттең, йылға-күлдәрҙең бысраныуы борсоуға һала. Был хәлдән тамам ялҡҡан халыҡ, хәҙер инде өмөттәрен яңы хакимиәт башлығына бағлай. Ауыл башлығы әйтеүенсә, был сүплекте юҡ итеү өсөн кәмендә бер миллион һум аҡса талап ителә, әммә әлегә ундай сумма юҡ. Был ташландыҡ ерҙәге бар сүп-сар, бысраҡ Иҙәк йылғаһына төшә. Халыҡ ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһә лә мәсъәлә асыҡ ҡала.