Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әсәлек капиталын алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙы

Тулыраҡ: Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әсәлек капиталын алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙы

Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әсәлек капиталын алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙы.

Министрлыҡтың ошо туралағы бойороғо көсөнә инеү менән ҡатын-ҡыҙҙарға сертификат юллау өсөн аҙыраҡ белешмәләр йыйырға кәрәк. Хәҙер әсәнең торған урыны һәм гражданлығы тураһында мәғлүмәт Эске эштәр министрлығынан Рәсәй Пенсия фондына туранан-тура килә. Ғаризаны Пенсия фондында, күп функциялы үҙәктәр, почта йәки интернет аша бирергә мөмкин. Электрон сервистар аша ла ғариза бирергә була. Электрон ҡултамға бар икән, сертификат алыу өсөн ебәрелгән документтарҙы әсә кеше шуның менән дә нығыта ала. Булмаһа, фондҡа йәки күп функциялы үҙәккә барырға кәрәк. Әсәлек капиталы суммаһынан 25 мең һумды алыуға ғаризаны интернет аша ла бирергә мөмкин.