Республикала яңы фундаменталь хеҙмәт донъя күрҙе.
Күп томлы Башҡорт энциклопедияһының дүртенсе өлөшө ташҡа баҫылды. Был юлы ла унда төбәктең иҡтисади һәм ижтимағи белешмәләренән тыш, төрлө шәхестәр һәм географик нөктәләр тураһында мәғлүмәт тупланған. Ете томдан торған Башҡорт энциклопедияһының дүртенсе өлөшө киң ҡатлам уҡыусылар өсөндә әһәмиәтле. Китапты белешмә сығанағы ғына итеп ҡарарға кәрәкмәй. Тупланмала йыйылған мәғлүмәттәр, төрлө документтар һәм архив материалдарынан нигеҙләнгән. Яңы томдың тиражы өс мең дана. Был юлы китапҡа, ике меңдән ашыу ғилми статья тупланған. Ә барлығы ете томда, ун ете мең мәҡәлә буласаҡ. Уларҙың өстән бере, теге йәки был шәхес эшмәкәрлегенә бәйле. Беренсе Башҡорт энциклопедияһы ни бары 2014 йылда ғына баҫтырылған. Бөгөнгө көндә дүртенсе баҫма донъя күрҙе. Ә һуңғы етенсе том 2017 йылдың аҙағында сығарыласаҡ.Әлегә иһә Башҡортостан энциклопедияһының алтынсы томына тиклем электрон варианты әҙерләнгән. Яңы томдарҙы әҙерләүҙә, Башҡортостан ғалимдары фәнни тикшеренеүҙәр алып бара.