Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путиндың сайты эшләй башланы. Путин2024.ru сайтының бүлектәре: кампания көндәлеге, кандидаттың биографияһы, ышаныслы кешеләре һәм бәйләнештәр, шулай уҡ унда үҙәк һайлау алды штабы һәм төбәк штабтары тураһында мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Бынан тыш, бында кампанияның төп ваҡиғалары тураһында видеоматериалдар урынлаштырыла. Рәсәйҙең һуңғы йылдарҙағы мөһим ҡаҙаныштары тураһында бүлек тә бар. Сайтты Рәсәйҙең IT -белгестәре командаһы төҙөгән. Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы президентын һайлауҙа үҙ-үҙен тәҡдим иткәйне. Уҙған аҙнала Үҙәк һайлау комиссияһы уның инициативалы төркөмөн теркәне.
Владимир Путиндың сайты эшләй башланы
Владимир Путиндың сайты эшләй башланы