Яңы йыл төнө һәм байрамдары ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үткән

Яңы йыл төнө һәм байрамдары ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үткән

Ошо турала республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Төбәк етәксеһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына, оператив хеҙмәттәргә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә каникулдар ваҡытында тәүлек әйләнәһенә эшләгәндәре һәм барлыҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов.Яңы йыл алдынан Балаҡатай районы Урғалы ауылында табип амбулаторияһы, ә Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам хеҙмәте булған һәм 63 урынға иҫәпләнгән дауахана эшләй башланы. Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылды. Бында Баймаҡ районында йәшәүсе 15 меңгә яҡын сабыйға медицина ярҙамы күрһәтелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров учреждениеларҙың эшмәкәрлеген контролгә алып, етәкселәрҙе нимә көтәсәген белдерҙе.2018 йылда Белорет ҡалаһының 8 мәктәбендә түбә таҡтаһы емерелде. Ошо арауыҡтан белем усағында реконструкция алып барылды. Оператив кәңәшмә барышында учреждениены асыу тантанаһы үтте. Мәсәғүттә иң боронғо педагогия колледждарының береһе эшләп килә. Ул көнъяҡ-көнсығыш райондарҙағы мәғариф учреждениеларын белгестәр менән тәьмин итә. Әммә уҡыу йортоноң бинаһы иҫкергән. Радий Хәбиров мәғариф министрлығына объектты төҙөкләндерергә ҡушты.Яңы йыл каникулдары барышында Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһында эш сәфәре менән булды һәм “Бөрө билмәндәре” тип аталған фестивалдә продукцияны ауыҙ итеп ҡараны. Был саранан Башҡортостан Башлығы бик ҡәнәғәт ҡайтҡан, ҡалаға сәйәхәт барышында министрлыҡ-ведомстволарға яңы бойороҡтар ҙа ҡушылды.Әбйәлил районында Яңы йыл каникулдары барышында имен булмаған ғаиләләр айырым иғтибарға алына. Хакимиәт, ауыл биләмәһе белгестәре уларҙың өйҙәренә барып, балаларын ҡарай, эскән ата-әсәләрҙе мәжбүри дауаланыуға йүнәлтә. Ошо көндәрҙә генә 40 кеше медицина учреждениеһына оҙатылған, балалары лагерға ял итергә ебәрелгән. Бөтәһе каникулдар барышында 454 ғаилә контролдә булған. Бындай тәжрибә Әбйәлилдә 5 йыл дауамында ғәмәлгә ашырыла. Оператив кәңәшмә барышында Яңы йыл байрамына һәм каникулдарына йомғаҡ яһалды. 1-8 ғинуарҙа республикала бер генә коммуналь авария теркәлгән. Байрамдар ваҡытында республика буйынса 454 техника һәм 1 меңдән ашыу кеше сүп-сар сығарыу менән булышҡан. Был эш ҡала һәм район үҙәктәрендә көн һайын атҡарылған, ә ауылдарҙа өс көнгә бер. Йылдың беренсе кварталында хакимиәттәр урындағы халыҡ менән осрашып, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә бәйле һорауҙар буйынса кәңәшләшергә тейеш. Сөнки, был проблемалар көнүҙәк булып ҡала. Ҡар таҙартыу иһә төп мәсьәләләрҙең береһе.Уҙған йылда Башҡортостан юлдарында 3 мең ярымдан ашыу авария теркәлгән. Уларҙа 390 кешенең ғүмере өҙөлгән, 4 мең 200-ҙән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алған. Юл-транспорт фәжиғәләре ҡорбандары 2022 йыл менән сағыштырғанда 20 кешегә кәм. Әммә был һан да ҡәнәғәтләндермәй, республика етәксеһен.Республикала һалҡын көндәр тора. Халыҡ иһә Өфөлә автобустарҙың һирәк йөрөүенә һәм ҡала ситтәренән пассажир транспортының аҙ булыуына, туҡталыштарҙа оҙаҡ өшөп тороуҙарына зарлана. Был мәсьәлә күптән инде күтәрелеп килә. Проблема оператив кәңәшмә иғтибарынан ситтә ҡалманы.Ултырышта 2023 йылда Рәсәйҙә уҙғарылған Уҡытыусы һәм остаз йылына йомғаҡ яһалды. Йыл дауамында Рәсәй-1 Башҡортостан һәм Башҡортостан 24 телеканалдарында ла мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һәм учреждениеларына арналған тапшырыуҙар күрһәтелде. Кәңәшмәлә беҙҙең журналистар ҙа телгә алынды.2024 йыл – Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә 31 ғинуарға тиклем саралар планын әҙерләргә ҡушты. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенә мөрәжәғәт итеп, парламентта мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү буйынса эшсе төркөм ойоштороу башланғысы менән сыҡты. Ул ҡануниәт йәһәтенән ярҙам сараларын анализлаясаҡ.