Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһенән һуң беренсе — Рәсәй төбәктәренең сәнәғәт сәйәсәтен файҙалы бойомға ашырыу рейтингы буйынса Башҡортостан алдынғылар исемлегендә. Был “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһендә иғлан ителде.Рейтинг илдә тотороҡло эшләгән төбәктәрҙе билдәләп бүләкләү түгел, ә сәнәғәт үҫешенә килтергән ысулдарҙы асыҡлап башҡа төбәктәрҙә ошо тәжрибәне таратыр өсөн кәрәк. Рәсәй иҡтисад үҫеше министрлығы сайтынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы 2023 йылда Башҡортостан сәнәғәтендә етештереү күләме алты, эшкәртеүсе сәнәғәттә ете процентҡа артҡан. Федераль министрлыҡ Башҡортостандың сит илдәр менән тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлеген юғары баһалай. Республиканың төбәк-ара хеҙмәттәшлек тәжрибәһе Башҡортостан Башлығының тура элемтәлә аралашыу ваҡытында ла етди иғтибар уятты. Радий Хәбиров тап ошо эшмәкәрлек иҡтисадты алға илтеп халыҡтың йәшәү кимәленә ыңғай йоғонто яһай, тип белдерҙе. Башҡортостанда электән танылған автомобиль төҙөүселәр ҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә. Нефаз быйыл Мәскәү өсөн меңенсе электробус йыйып оҙатты. Предприятие пассажир транспортының заман талаптарына тап килгән өлгөләрен етештереүҙе яңыртып ҡорорға ниәтләй. Уңыш юлын Нефаз технологик үҙгәрештәрҙә күрә. Ике меңенсе йылдарҙа айына 60 автобус эшләп сығарыуҙан башлаған завод хәҙер был һанды 150-гә еткереп етештереү ҡеүәтенең иң юғары кимәленә өлгәшкән. Киләсәктә йылына өс мең автобус сығарыу проекты раҫланған. Технологик яңыртыуҙарҙы буяу цехынан башларға иҫәп тоталар.Нефазды тик автобустар етештереү үҙәге итеп ҡалдырып КамАЗ илдә танылған автобетон ҡушылдырғыстарын етештереүҙе тулыһынса Туймазыла нығытты. Әлегәсә буш торған биналарҙа быйыл бизнес өсөн 20 мең квадрат метр майҙан файҙаланыуға тапшырылды. «КАМАЗ» генераль директоры менән Башҡортостан Башлығы технопарк ҡороу буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә 2021 йылда ҡул ҡуйғайны. Проектты бойомға ашырыу йылына ике мең тағылма эшләп етештереү ҡеүәттәрен ике тапҡыр арттырырға булышлыҡ итә.Хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйткән сәнәғәтселәр исемлегенә Өфө электр заводын да индерергә мөмкин. Предприятие быйыл Белэнерго берекмәһе объекттары өсөн шунтлы реакторҙарҙың беренсе партияһын әҙерләне. Рәсәйҙә юғары вольтлы көслө трансформатор етештереүсе иң ҙур холдингтың етештереү майҙанында көсөргәнеше 35-тән 220 киловатҡа еткән, ҡеүәте 125 мегавольампер диапазоны класындағы көслө трансформаторҙар йыйыла. Уникаль тауар бөгөн Рәсәйҙең Сахалиндан Ҡырымға тиклем бихисап төбәктәрендә, Ҡаҙағстан һәм Беларусь республикаларында ҡулланыла. Завод тартыу көсөндәге трансформаторҙар етештереүҙе яйға һалырға йыйына. Илдең эре компаниялары менән килешеүҙәр төҙөлгән. Етештереү ҡеүәттәре үткән йылға ҡарағанда икеләтә, тиерлек, артҡан. Республикала теркәлгән 18 технопарк исемлегендә Туймазының йәнә ике резиденты «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» менән “Корона” бар. Тәүгеһе Рәсәйҙең иң эре компаниялары өсөн нефть-химия эшкәртеүсе, нефть, газ сығарыусы, металллургия һәм атом энергетикаһы тармағы өсөн технологик ҡорамалдар етештерһә, икенсеһе төбәктә мебель кластерына башланғыс һалды. Башҡортостандың сәнәғәт комплексында сирек миллион кеше хеҙмәт итә. Республикала алты сәнәғәт кластеры, биш ТОСЭР, индустриаль һәм технопарктар эшләй. “АЛҒА” иҡтисад зонаһы ике йыл рәттән илдә иң тотороҡло үҫеш биләмәһе тип таныла. Инвесторҙар өсөн айырым хоҡуҡи статус һәм льготалы һалым тәртибен раҫлаған биләмәне артабан үҫтереү пландары ҙур. Әле бында 61 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләмен иғлан итеп 20 резидент теркәлгән. Улар араһында Рәсәй йыйылма Олимпия командаһын форма менән тәьмин итеүсе компания ла бар. Спорт кейеме фабрикаһы быйыл төп етештереү майҙанын Башҡортостанда асты. Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина, спортта юғары дәрәжәләргә өлгәшкән башҡа спорты яҡташтар кеүек үк заспорт кейеменең зауығын да, уңайлығын да ғәмәлдә һынап ҡараған. Сифатын юғары баһалай. Тауар сифаты бында ысынлап та тәү мөһим мәсьәлә. Спорт кейемендә етешһеҙлектәргә урын юҡ. Фабрика тәүлегенә 2250, йылына 562 мең берәмек әҙер әйбер тегеп тапшырыу маҡсатын ҡуя. Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше тәжрибәһе Рәсәй һәм сит илдәрҙең еңел сәнәғәт тармағы вәкилдәрен дә Өфөгә йәлеп итә. Легпром форумы быйыл дүртенсе тапҡыр үтте. Был юлы Башҡортостан Рәсәйҙең Сифат билдәһен маркировкалау операторы — “Роскачество” йәмғиәте — менән юл картаһы тураһында килешеү төҙөнө. Хеҙмәттәшлек төбәк предприятеларында сифат менеджментының алдынғы тәжрибәһен файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостан Башлығының “Республикала 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫештең стратегик йүнәлештәре” тураһындағы указына ярашлы еңел сәнәғәт тармағында етештереү күләмдәрен икеләтә арттырыуға иҫәпләнгән саралар ҡаралған. Табышлы проекттарҙы бойомға ашырыу, кәрәкле ҡоролмалар һәм сеймал алыу сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплар өсөн субсидия тәҡдим ителә. Предприятиелар өсөн киҫкен кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү саралары ла күрелә. Республика биләмәһендәге уңышлы предприятиелар артабан да дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Башҡортостан сәнәғәтселәре дәүләттең оҙаҡ йылға иҫәпләнгән технологик мөстәҡиллеген тәьмин итеү йүнәлешен алды.
Башҡортостан алдынғылар исемлегендә
Башҡортостан алдынғылар исемлегендә