Бөгөн Өфөлә ун баллыҡ автомобиль тығындары барлыҡҡа килде

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә ун баллыҡ автомобиль тығындары барлыҡҡа килде

Бөгөн Өфөлә ун баллыҡ автомобиль тығындары барлыҡҡа килде.

Төнө буйы яуған ҡарҙы таҙартыуға махсус техника сыҡһа ла, юлдарҙың айырым өлөштәре ҡар һырынтылары менән тулы ине. Башҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Өфөнөң ҡар менән тулыуына ризаһыҙлыҡ белдереп был хәлгә тәү сиратта коммуналь хеҙмәттәрҙең эшен ойоштора белмәгән район хакимиәттәре башлыҡтары ғәйепле, тине. Киләсәктә тағыла ошондай ҡар яуа ҡалһа, мин һеҙҙе уятып ҡулығыҙға көрәк тотторасаҡмын, әйҙә ҡар көрәгеҙ, тине Ирек Ялалов. Бөгөн иртә менән интернет селтәре ошондай видеояҙмалар менән тулды. Был кисә башланған бурандың тәүге һөҙөмтәләре. Баш ҡалала бер төн эсендә генә ун сантиметрҙан ашыу ҡар яуған. Боҙлауыҡ һәм юлдарға ҡар һырынтылары һалыуы аварияларҙан тыш, юлдарҙа хәрәкәтте тотҡарланы. Өфөлә автомобиль тығындары ун баллға етте. Иртә менән Менделеев, Баҡалы, Сочи, Цюрупа урамдарында машиналар сәғәтенә биш саҡрым тиҙлек менән генә хәрәкәт итте. Ошо арҡала башҡала халҡының күбеһе эштәренә һуңланы.Норманан ике тапҡырға күберәк яуған яуым-төшөм арҡаһында Өфө ҡар аҫтында ҡалды. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр көсөргәнешле режимда эшләһә лә, юлдарҙы таҙартып өлгөрмәй. Етмәһә, ҡар таҙартыу техникаһы бөгөн иртән генә ҡала урамдарында күренде, тип хәбәр итә өфөләләр.Машина резиналарын ҡышҡыға алыштырмаусылар ҙа һаман осрай. Улар арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре лә арта. Боҙлауыҡ арҡаһында күп кенә маршрут автобустары тауға менә алмай яфалана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң ҡатмарланыуы тураһында алдан хәбәр иткәс, күбеһе автомобилдәрен ҡалдырып, автобустарҙа эшкә юлланған. Йәйәүлеләрҙән тыш, хатта велосипедта йөрөүсене лә осратырға мөмкин ине. Ҡар яуған ваҡытта юл да насар күренә. Шуға күрә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, тиҙлекте арттырмаҫҡа, дистанция һаҡларға кәңәш итә.