Был аҙнала синоптиктар йәнә тотороҡһоҙ һауа торошо вәғәҙәләй.
Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, елдең көсәйеүе, ваҡыты менән буран сығыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Уртаса һауа температураһы нулгә тиклем төшәсәк.