Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урамды һыу баҫа

Тулыраҡ: Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урамды һыу баҫа

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урамды һыу баҫа.

Быға һыу торбаһының ярылыуы сәбәпсе. Авария ике көн элек була. Был беренсе генә осраҡ түгел тип зарлана урындағы халыҡ. Былтыр бында коммуналь авария ике тапҡыр ҡабатланған. Кешеләр бер нисә көн һыуһыҙ ултыра. Шунлыҡтан был юлы күптәр алдан запас туплап ҡуйған. Өфөводоканал бригадаһы бөгөн генә авария эҙемтәләрен бөтөрөргә тотондо. Эштәр күпмегә һуҙылыры билдәһеҙ. Авария сәбәбен һыу үткәргес торбаларҙың иҫке булыуы менән аңлаталар. Ике көн буйы ағып ятҡан һыу Ҡариҙел яры урамындағы бер нисә йорт алдын баҫҡан.