Башҡортостанда ,,Хәүефһеҙ ҡала,, программа комплексы тормошҡа ашырыла башлай

Тулыраҡ: Башҡортостанда ,,Хәүефһеҙ ҡала,, программа комплексы тормошҡа ашырыла башлай

Башҡортостанда „Хәүефһеҙ ҡала„ программа комплексы тормошҡа ашырыла башлай. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн бөтә хеҙмәттәрҙе берләштерергә тейеш. Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәге был проекттың бер өлөшө буласаҡ. Комплекс мөмкинлектәре хаҡында хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов.

Мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә 20 секунд һайын тиерлек кешеләр шылтырата. Күпселеген диспетчерҙарҙы көнкүреш мәсьәләләре буйынса борсойҙар. Мәҫәлән, ололар электр энергияһын, һыуыҡ йә эҫе һыуҙы һүндерһәләр ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Әммә, хеҙмәттең төп маҡсаты бәләгә тарығандарға ярҙам күрһәтеү.

Был үҙәк Өфөлә именлекте тәьмин итеү буйынса төп орган булып тора. Уның хеҙмәткәрҙәре предприятие-ойошмаларҙың экологик хәлен, йылғаларҙың кимәлен тикшерә, бынан тыш, урамдарҙа урынлашҡан видеокамералар ярҙамында ҡала урамдарын күҙәтә. Мәғлүмәт-диспетчер үҙәге проекттың бер өлөшө буласаҡ.

Хәүефһеҙ ҡала комплексы автоматик рәүештә эшләгән бөтә системаларҙы берләштерәсәк, тип көтөлә. Был иһә республикалағы хәлде тәүлек әйләнәһенә күҙәтергә ярҙам итәсәк һәм кәрәк булһа ваҡиға урынына оператив хеҙмәттәрҙе тиҙ арала ебәрәсәк.

Тиҙҙән ҡотҡарыусыларға урман-тауҙарҙа юғалғандарҙы эҙләүе еңелләшәсәк. Сөнки, комплекс кешенең ҡайҙан шылтыратыуын билдәләй аласаҡ. Башҡа хеҙмәттәргә ул уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ.

Бындай проекттар илдең бер нисә төбәгендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда ул Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында һәм Өфө районында һынау үтә. Һуңынан иһә бөтә ҡалаларҙы һәм райондарҙы бәйләргә тейеш.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы теркәгән видеокамералар ҙа Хәүефһеҙ ҡала комплексына ҡушылыр тип күҙаллана. Уҙған йылда ғына, улар 1 миллион 200 мең самаһы юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған. Белгестәр быйыл да шулсама күрһәткес буласаҡ, тип фаразлай. Әммә, юлдарҙы тағы ла хәүефһеҙерәк итер өсөн өҫтәмә 140 камера талап ителә.

Белгестәр билдәләүенсә, яңы проект янғындар, ташҡындар, тығындар, тәбиғи ҡазаларҙы, экологик һәләкәттәрҙе алдан алдан иҫкәртергә, кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырырға һәм хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген көйләргә булышлыҡ итәсәк.

Проект тулы ҡеүәттә эшләп китһен өсөн сама менән 300 миллион һум аҡса талап ителә. Федераль бюджеттан был маҡсатта аҡса ҡаралмаған. Шуға күрә, республика, муниципаль ҡаҙнанан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йәлеп итеү ҡарала. „Хәүефһеҙ ҡала„ аппарат-программа комплексы 2020 йылда эшләй башлар, тип көтөлә.