Конго республикаһында шартлау һөҙөмтәһендә бер бала һәм Берләшкән Милләттәр ойошмаһының һалдаты һәләк булған. Ойошманың тағы ла 32 хеҙмәткәре төрлө йәрәхәттәр алған. Шартлау һалдаттар иртәнге зарядка эшләргә сыҡҡан мәлдә яңғыраған. Сәбәбе әлегә асыҡланмаған, әммә террор ғәмәле булыуы мөмкин.
Сицилияла диңгеҙ яры буйында ҡотҡарылған ҡасаҡтарҙы Италияның Аугусту ҡалаһына алып килгәндәр. Уларҙы “Ҡыҙыл Тәре” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Яр буйы һаҡсылары хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә 10 кешенең мәйете табылған. Европаға ҡасып барыусы 3000 меңдән ашыу кешене ҡотҡарғандар.
Израилдә барған халыҡ-ара конференцияһында ғалимдар яңы электр двигателен күрһәткән. Яғыулыҡ урынына водород ҡулланырға мөмкин. Ул аккумуляторға заряд бирә һәм артабан электр двигателен ҡулланып ҡына хәрәкәт итергә була. Киләсәктә электр көсө менән осоусы самолет та уйлап сығарырға ниәтләйҙәр конференцияла ҡатнашыусылар. Шундай бер һауа судноһы 6 кешене һыйҙыра һәм яҡынса мең километр оса ала. Уның билет хаҡы электричкала йөрөү менән бер буласаҡ.