Быуат төҙөлөшө аҙғына яҡынлаша

Быуат төҙөлөшө аҙғына яҡынлаша

Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлын йылдың беренсе кварталында сафҡа индереү планлаштырыла. Быуат төҙөлөшө аҙғына яҡынлаша. Ошо көндәрҙә юлға яҡтыртыу бағаналары ҡуйылған. Тулыраҡ хәбәрселәребеҙ әҙерләгән сюжетта. 14 саҡырым арала 787 бағана. Хәҙер Көнсығыш сығыу юлын Рәсәйҙә етештерелгән диодлы лампалар яҡтыртасаҡ. Улар энергияны һаҡсыл ҡуллана, оҙағыраҡ эшләй, тимәк, хеҙмәтләндереү сығымдары ла кәмейәсәк, ти төҙөүселәр. Туннель эсендәге яҡтылыҡ автоматик рәүештә көйләнәсәк.Шулай уҡ түләү йыйыу үҙәгендә лә төҙөлөш эштәре тамамланған. Заманса ике ҡатлы бина төҙөлгән, унда юл менән идара итеүҙең интеллектуаль системаһы урын аласаҡ. Бында диспетчерҙар һәм кассирҙар эшләйәсәк.Көнсығыш сығыу юлының әҙерлеге 85%. Объектҡа 1800 кеше, 134 берәмек төҙөлөш техникаһы һәм ҡорамалы йәлеп ителгән.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығыш сығыу юлы – Волга буйы федераль округында иң ҙур инфраструктура проекты. Ул автомобиль тоннеле, Ҡариҙел аша эстакадалы күпер һәм автомобиль юлынан тора. Автомобилдәрҙең уртаса тиҙлеге асыҡ юлда сәғәтенә 110, тоннель эсендә сәғәтенә 80 км тәшкил итәсәк. Был водителдәргә баш ҡала үҙәгенә, йә М5 федераль трассаһына тиклем 10 минут эсендә барып етеү мөмкинлеген бирә.