Иглин районында йәшәүсе Зарина Шәрәфетдинова ойошторған ирекмәндәр штабы бөгөнгө көндә, өс йөҙҙән ашыу маскировка селтәре эшләп фронтҡа оҙатҡан. Штаб һәм ирекмәндәр менән яҡыныраҡ хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова танышты.Зарина Шәрәфетдинова өсөн хәҙер инде маскировка селтәре үреү ғәҙәти эшкә әйләнгән. Бер туған ағаһы менән ҡустыһын махсус хәрби операцияға оҙатҡандан һуң, тағы бер ағаһы үҙ ирке менән фронтҡа китә. Ҡатын, һалдаттарға ярҙам итеүҙе үҙенең төп бурысы итеп ҡабул итә.Эштән ҡайтыу менән селтәр эшләргә тотонам ти ҡатын. Ғаиләһе был эштә уға бар яҡлап ярҙам итә. Тормош иптәше үҙ ҡулдары менән туҡыма ҡырҡыу өсөн ҡорамал да эшләп биргән. Әҙер материалдарҙы үҙе ойошторған ирекмәндәр штабына алып бара һәм фекерҙәш ҡатындар менән селтәр эшләргә тотоналар. Бөгөнгәсә улар үҙ ҡулдары менән өс йөҙҙән ашыу селтәр үргән. Маскировка селтәре өсөн махсус материал ҡулланыла, был тукыманың төп өҫтөнлөгө еңел булыуҙа һәм тепловизорға күренмәүендә.Һәр бер селтәргә күңел йылыһы һалып эшләнә һәм изге доғалар менән нығытыла.Ирекмән Фәниә Ғәлиева ла был эшкә һәр көн ашҡынып киләм ти. Ирекмәндәргә маскировка селтәрҙәре тегеү өсөн урындағы хәкимиәттә айрым бина ла бүлгәндәр. Эш өсөн бөтә уңыйлыҡтар булдырылған.Ирекмәндәр ойошмаһына ҡушылырға теләгән һәр кемде бында йылы йөҙ менән ҡаршы алалар.
Еңеүгә өлөш
Еңеүгә өлөш