Ил ағаһына һәйкәл

Ил ағаһына һәйкәл

7 февралдә Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Өфөлә һәйкәл асыла.Монумент авторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. 7 февралдә шулай уҡ Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта – Энгельс һәм Беренсе май урамдарында мемориаль таҡтаташ асыу ҡарала. Республиканың барлыҡ мәктәптәрендә беренсе президенттың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған берҙәм тематик дәрес тә үткәрелә. Башҡортостан Фәндәр академияһы беренсе президент тураһында биографик энциклопедия әҙерләй. Уның тәүге экземплярҙары Мортаза Ғөбәйҙулла улының 90 йыллығына нәшер ителә. Ә мең китаптан торған тираждың беренсе партияһын 2024 йылдың икенсе кварталында баҫтырып сығарыу күҙаллана.