Башҡортостан пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереүсе 12 төбәк исемлегенә инде

Башҡортостан пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереүсе 12 төбәк исемлегенә инде

2023 йылда республика предприятиелары меңдән ашыу осоусы аппарат сығарһа, быйыл тағы 4 меңгә яҡын етештереү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу өсөн инфраструктура ла үҫешә. 2026 йылда уларҙы ергә төшөрөп ултыртыу өсөн ике майҙансыҡ булдырыу ҡарала, 2030 йылға был һан 10-ға етергә тейеш. Сибайҙа һәм «Первушин» аэродром комплексында, шулай уҡ дронопорттар майҙансыҡ булып хеҙмәт итергә мөмкин. Уларҙы ҡулланыу өлкәһе лә киңәйә. Пилотһыҙ аппараттар ярҙамында гербицид һибеүҙе һынап ҡарағандар, машиналарға үтеүе ауыр булған райондарға медицина изделиеларын ташыу өсөн пилотһыҙ осоусы аппараттар файҙаланыу тураһындағы мәсьәлә өйрәнелә. Бынан тыш, республикала пилотһыҙ аппараттар флоты ярҙамында хеҙмәт күрһәтәсәк төбәк операторын булдырыу ҡарала. Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарының фәнни-етештереү үҙәге булдырыласаҡ. Уның төҙөлөшө март айында уҡ башлана.