Рәсәй актеры, режиссеры, Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 90 йыл тулды. Әмир Ғәбделмән улы милли телевидениены һәм киноны үҫтереүгә тос өлөш индергән күп яҡлы шәхестәрҙең береһе. Ул Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән 50-нән ашыу фильм төшөрҙө. Әмир Абдразаҡов – «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 2018 йылда киностудияға уның исеме бирелде. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетын ҡарағыҙ.Был Әмир Абдразаковтың Башҡортостан телевидениеһында күрһәтелгән “Халҡым һағышы” фильмынан кадрҙар. Музыкаль фильмдың үҙенсәлеге- билдәле башҡорт халыҡ йырҙарын экран аша талантлы актерҙар башҡарыуында күрһәтеү.1968 йылда тап ошо фильм менән Әмир Абдразаков үҙен талантлы режиссер булараҡ бөтә илгә таныта. “Халҡым һағышы” тиҙ арала бөтә илдә билдәлелек яулай, фильм хатта Италия кинематографистарында ла ҡыҙыҡһыныу уята. Тәүге фильдарынан уҡ Әмир Ғәбделмән улы артабанғы ижадының төп темаһын билдәләй. Музыкаль фильмдарға һөйөү Әмир Абдразаҡовтың ижадында осраҡлы түгел. Музыкаль ғаиләлә тыуып үҫкән егет, бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ була.Егет үҙе лә бала- саҡтан төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға ярата. Әмир Абдразаҡов ҡурайҙа, скрипкала, думбырала башҡорт халыҡ көйҙәрен оҫта башҡара.Скрипканы йәш егеткә фронттан әйләнеп ҡайтҡан ауылдағы ҡарт бүләк итә. Шул ваҡыттан алып музыка ҡоралы Әмир Ғәбделмән улының яҡын дуҫына әйләнә.Таланты урғылып торған, һылыу, мыҡты кәүҙәле егет, Мәскәү дәүләт театр сәнғәте институтына бер ниндәй ауырлыҡһыҙ инеп, уны тамамлап ҡайтҡандан һуң Башҡорт академия драма театрында эш башлай. Театрҙа уңышлы, төп ролдәрҙе башҡарыуға ҡарамаҫтан, кино төшөрөү хыялы уны 1962 йылда Башҡортостан телевиденияһына алып килә.Башҡортостан телевидениеһында эшләгән ваҡытта Әмир Абдразаҡов республикабыҙҙың алтын фондына ингән утыҙҙан ашыу фильм төшөрә, уларҙың һәр береһендә башҡорт халҡының тарихы, ижады сағылыш таба.Әмир Ғәбделмән улы үҙе лә актер булараҡ фильмдарҙа төшә.Һәм әлбиттә телевидениела күпләгән спектакльдәр, тапшырыуҙар режиссеры була. 1992 йылда Әмир Ғәбделмән улы тырышлығы менән Башҡортостанда киностудия барлыҡҡа килә. Шулай итеп, Әмир Абдразаҡов үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашыра.Әмир Абдразаҡов бөйөк шәхестәр тураһында байтаҡ фильмдар төшөрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Ҡанаттарым минең“ тип аталған фильмды режиссер тамамлап өлгөрмәй. Был фильды режиссер үҙенең ижади биографияһындағы төп фильм тип һанай. Фильм геройҙары-донъя кимәлендәге билдәле опера йырсылары, режиссерҙың ике улы Асҡар һәм Ильдар Абдразаҡовтар. Әмир Ғәбделмән улы бәләкәйҙән улдарының һәр сығышын ҡалдырмай йөрөй. Данлыҡлы атайҙың данлы уландары. Йыр-моңға һөйөү Абдразаҡовтар ғаиләһендә быуындан-быуынға күсә. Йыр мәңгелек булған кеүек, улдары өсөн атайҙары тураһындағы хәтирәләр ҙә мәңгелек. Улар ҙа быуындан-быуынға тапшырыла килә.
Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 90 йыл тулды
Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 90 йыл тулды