Совет осорондағы балалар уйынсыҡтары

Совет осорондағы балалар уйынсыҡтары

Киләһе сюжеттың геройы һеҙҙе бер аҙ балалыҡҡа, серле әкиәт донъяһына алып ҡайтыр. Башҡалала йәшәүсе оҫтабикә Ольга Ефремова Совет осорондағы балалар уйынсыҡтары эшләү менән мауыға. Үҙенсәлекле яңы йыл ҡурсаҡтарын ул мамыҡтан әүәләй. Ҡул оҫтаһы менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты.Бухгалтер һөнәрендә 20 йыллыҡ хеҙмәт стажы, ә бөгөн үҙенсәлекле уйынсыҡтар эшләү оҫтаһы. Ольга Ефремова хәҙер инде ике йыл күңеле тартҡан эш – мамыҡтан ҡурсаҡтар әүәләй. Әҙер ҡурсаҡтарға ҡараһаң, улар мамыҡтан эшләнгән тип әйтмәҫһең дә. Ольга уларҙы боронғо ысул менән яһай. Бының өсөн оҫта ҡул аҫтындағы ябай әйберҙәрҙе -он йә картуф аҡһымынан эшләнгән елем һәм тимерсыбыҡ ҡуллана. Барлыҡ үҙенсәлекле өлгөләр Совет осорона ҡайтып ҡала. Яңы йылдан мөғжизә көткән бала саҡтағы йылы хәтирәләрҙе уята. Ҡул эше оҫтаһы Ольга Ефремова бала саҡта художество-графика бүлегенә уҡырға инергә хыяллана. Әммә ата-әсәһе ҡыҙҙарының иҡтисадсы һөнәрен үҙләштереүен теләй. Йылдар үтеү менән бары бер бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра ул. Быға коронавирус булышлыҡ итте, ти оҫта. Тәү ҡарашҡа барлыҡ уйынсыҡтар бер ҡалып менән башҡарыла кеүек. Әммә улар бер ваҡытта ла береһе береһенә оҡшамай. Оҫтабикә һәр береһенә үҙенсә йән өрә.Бындай ҡурсаҡтарҙы әүәләү ювелирҙың эшенә тиң. Оҫтаның серле бумалаһы тейеүе була аҡ ҡурсаҡтың һыуыҡтан биттәре алһыулына, хатта холҡо сағыла башлай. Һөҙөмтәлә ниндәй хисле ҡурсаҡ килеп сығырын аныҡ ҡына әйтеп тә булмай, ти оҫта. Мамыҡтан ҡурсаҡтар коллекцияһы булдырыу Ольга Ефремованың күңел талабы. Оҫта ҡатын төрлө конкурс, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел Өфөлә ойошторолған һөнәрселәр аҙнаһында ул беренсе урын яулаған.