18 ғинуарҙан 19-ына ҡарай төндә теләгән һәр кем һыуға сума ала. Бының өсөн махсус мәке — Иордандар уйыла. Уларҙың һәр береһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контролендә. Мәкеләр янында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм табиптар ҙа дежур итәсәк. Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Православ христиандарға Керәшен иң изге байрамдарҙың береһе. Байрам кешелеләргә бер-береһенә миһырбанлы, ихтирамлы, иғтибарлы булырға саҡыра.
Христиандар оло дини йолаларына әҙерләнә
Христиандар оло дини йолаларына әҙерләнә