Башҡорт телендә һөйләшкән аҡыллы колонка

Башҡорт телендә һөйләшкән аҡыллы колонка

Башҡорт телендә һөйләшкән “Һомай” аҡыллы колонка донъя күрҙе. Үҙенсәлекле проекты һәләтле замандашыбыҙ, айти–белгес Айгиз Ҡунафин уйлап сығарған. Махсус программа ярҙамында төҙөлгән ҡоролмаға һәр кем теләгән һорауын биреп, башҡортса яуап таба ала. Ул ғына ла түгел. Һомай колонкаһының мөмкинлектәре бик күп. Улар хаҡында Хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова сюжетында. Тәү ҡарашҡа телмәр үҫтереү буйынса ҡәҙимге дәрес. Әммә балаларға башҡорт уйыны тураһында тәрбиәсе Гүзәл Аҙнабаева түгел, аҡыллы колонка һөйләй. Яңы ҡорамалдың мөмкинлектәре күп, ул башҡорт телендә уйын, әкиәттән тыш, тиҙәйткестәр, йырҙар, йомаҡтар тыңлата, балаларҙың һорауҙарына яуап бирә. Заман менән бергә атлаған бәләкәстәргә был яңы уйынсыҡ бик оҡшай. Һомай – башҡорт телендә һөйләшкән аҡыллы колонка. Уны Өфөнөң айти белгесе Айгиз Ҡунафин уйлап сығарған. Проектты тормошҡа ашырырға бер төркөм програмистар ярҙам иткән Колонканың исеме Урал батыр эпосынан алынған. Төп маҡсаты  — үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс формала балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү. Аҡыллы колонканы эшләү өсөн әүҙем егеттәргә ярты йыл ваҡыт талап ителгән. Киң таралған колонкаларҙан айырмалы рәүештә, Һомай өсөн дөйөм ҡулланыуҙа булған сервер алынған, махсус рәүештә программа яҙылған. Һомай һүҙҙәрҙе дөрөҫ яңғыратһын өсөн телмәр синтезын төҙөгәндә програмистарға 50 сәғәт башҡортса һәм 30 сәғәт русса тауыш яҙҙырырға тура килгән. Шуға ла был станция менән башҡорт телендә лә, русса ла һөйләшергә мөмкин. Әлеге ваҡытта 40 колонка эшләнгән, уның алтыһы башҡорт балалар баҡсаларына тапшырылған. Тәрбиәселәр аҡылы колонка менән ҡулланып, уның эстәлеген тулыландырыуҙа үҙ тәҡдимдәрен индерә, етешһеҙлектәрен асыҡлай аласаҡ. Етештереүселәр ҙә программаны камиллаштырыу өҫтөндә эш алып бара. “Һомай” проекты Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Балалар баҡсаһында эксперименталь тикшереү үткәндән һуң 200 аҡыллы колонканы республика мәктәптәренә әҙерләп биреү планлаштырыла. Һынау үтелгәндән һуң Һомайҙың киләһе партияһы һатыуға сығарыласаҡ.