Эскән, буйына һеңдермәгән.
Өфөлә ҡыҙмаса булып алған водитель ҙур тиҙлектә бағанаға бәрелде.Шаһиттар хәбәр итеүенсә, уның артынан патруль машинаһы ҡыуа төшкән. Водитель полиция хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға теләп тиҙлеген арттыра һәм идараны юғалтып бағанаға бәрелә. Аварияла пассажир йәрәхәтләнгән. Асыҡланыуынса, ул да иҫерек булған.