Бөгөн Өфөлә һигеҙ баллы тығындар барлыҡҡа килде.
Һауа шарттары һәм юлдағы авариялар арҡаһында баш ҡалала хәрәкәт итеү ҡыйынлашты.Ҡаланың ҡайһы бер райондарында транспорттың тиҙлеге сәғәтенә 3-7 километрҙан артманы. Степан Кувыкин, Софья Перовская, Пугачев, Дим шоссеһы, Сочи, Цюрупа, Революция, 8 март, Һәҙиә Дәүләтшина, Галле ҡалаһы исемендәге, Маршал Жуков, Седов урамдарында тығындар күҙәтелде. Ике көн элек Өфөлә ун баллы тығындар теркәлгәйне.