Бәләбәйҙә бер ҡатындың башына боҙбармаҡ төшкән.
Ул йәрәхәттәр алып дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Ошондай хәлдәрҙең артыуы сәбәпле республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы “Һаҡ булығыҙ, боҙбармаҡ ” тигән махсус белешмә лә нәшер иткән. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығын боҙҙан таҙартыу башланды. Былтыр баш ҡалала боҙбармаҡ аҫтында ҡалып тиҫтәләгән кеше йәрәхәттәр алғайны. Әле коммуналь хужалыҡтар, дауахана, мәктәптәр ҡыйыҡтарын боҙҙан әрсей. Махсус бригадалар һауа шарттарын иҫәпкә алып, бер йәки өс сменала эшләй.Тик синоптиктар мәғлүмәтенә ҡарағанда, Республика ҡалаларында боҙбармаҡтарға бәйле хәл киҫкен ҡала. Шуға ла коммуналь хеҙмәткәрҙәр күп ҡатлы йорттар янынан үткәндә иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда көндөҙ бер градуска йылытып, ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Ә был иһә боҙбармаҡтар барлыҡҡа килеүгә тәү шарт.