Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Быға тиклем үҙе яҡлылар янына сығырға оялған Хиллари Клинтон Манхеттен үҙәгендә халыҡ менән осрашырға көс тапҡан. Ул еңелеүен таныған һәм Дональд Трампҡа уңыштар теләгән. Ул арала Америкала республикан Трамҡа ҡаршы акциялар башланған. Социаль селтәр ярҙамында ойошторолған ҡаршылыҡ акцияһына 400 кеше сыҡҡан.

Германияла “Ислам дәүләте” террор ойошмаһы менән бәйләнештә булған 5 кеше ҡулға алынған. Улар Ғыйраҡ, Төркиә, Германия ҙәм Камерун ватандаштары. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡулға алыныусылар Сүриәлә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашырғә теләүселәрҙе асыҡлау һәм уларҙы һуғыш барған урындарға оҙатыу менән шөғөлләнгән.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә тәүге вакуумлы поезд төҙөләсәк. Тәүге линия Дубайҙан Әбү-Дабиға тиклем һуҙыла. Уның оҙонлоғо 160 саҡырым буласаҡ. Иҫәпләүҙәр буйынса, автомобилдә ике сәғәтлек араны вакуумлы поезд 12 минутта үтә ала.

Рәсәйҙә закон сығарыусыларҙы һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәрен сит илдәргә сығарыу тыйылыуы ихтимал. Әле ошо туралағы ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләнә. Яңы законға ярашлы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, закон сығарыусылар сит илгә сығыр алдынан етәкселәренең рөхсәтен алырға тейеш.