Мәскәүҙең Дәүләт Кремль Һарайында үтәсәк Яңы йыл шыршыһына Башҡортостандан 114 уҡыусы бара.
25 декабрҙә балалар махсус рейс менән Мәскәүгә юллана, 27-дә иһә Өфөгә ҡайта. Быйыл төп Яңы йыл тамашаһы 26 декабргә тәғәйенләнгән. Унда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа, социаль йәһәттән яҡланмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс еңеүселәре, Волга буйы федераль округындағы кадет корпустары кадеттары саҡырылған.