Төбәк башлығы Дүртөйлө районында эш сәфәре менән булып ҡайтты

өбәк башлығы Дүртөйлө районында эш сәфәре менән булып ҡайтты

Радий Хәбиров урындағы тоҡомсолоҡ заводының етештереү ҡеүәттәре, "Арғымаҡ" ат спорты комплексы эшмәкәрлеге менән танышты. Тулыраҡ хәбәрселәребеҙ әҙерләгән видеояҙмала.Суҡҡол ауылының яңы тоҡомсолоҡ заводында үҙенсәлекле хеҙмәткәр – Лэлу роботы эшләй. Ул малға аҙыҡты яҡыныраҡ этеп йөрөй. Тап ошо заводта бынан бер-нисә йыл элек беренсегә ошо заманса технология ҡуллана башлаған. Бында бөтә производство автоматлаштырылған. Төбәк башлығы Радий Хәбиров инвестиция сәғәтендә хуплаған “1000 баш һауын малына һөт-тауар фермаһын модернизациялау“ проекты арҡаһында хужалыҡ ҡеүәте күҙгә күренеп артҡан. Хәҙер «Ленин» тоҡомсолоҡ заводы һауым буйынса республикала иң яҡшы биш завод иҫәбендә. Радий Хәбиров яңыртылған производствоның эшен юғары баһаланы. Артабан республика етәксеһе Дүртөйлө районындағы “Арғымаҡ” ат спорты клубына юл тотто. Бында төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреүҙән тыш, аттарҙы һәм спортсыларҙы ошо бәйгеләрҙә ҡатнашырға әҙерләйҙәр. Жокей Вадим Сәлимханов 2019 йылда Урта һәм Ҡара диңгеҙ илдәренең халыҡ-ара чемпионаты еңеүсеһе була, хәҙер клуб үҫешенә бар көсөн һалып, тренер дәрәжәһендә эшләй.
Балаларға өҫтәмә белем биреү  — мөһим эштәрҙең береһе. Бында, мәҫәлән, Шайморатовсылар уҡый. Теория менән практиканы бер юлы үҙләштерә улар. Алтынсы класс уҡыусыһы Арыҫлан Шәрәфетдинов һыбай йөрөргә генә түгел, аттарҙы тәрбиәләргә лә ярата. Был юлы Шайморатовсыларҙың дәресе үҙенсәлекле булды. Егеттәргә төбәк етәксеһе менән аралашыу бәхете тейҙе.Сәфәр барышында Радий Хәбиров район халҡы менән дә аралашты. Улар экстремизмға ҡаршы көрәштә республика етәкселегенә тулы теләктәшлек күрһәтте.Клубтың ябыҡ манежында ремонт эштәрен еренә еткереү, тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндереү, комплекс эргәһендәге күнекмәләр юлы төҙөлөшөн тамамлау талап ителә. Бының өсөн Башҡортостан Башлығы ике йыл дауамында 40 миллион самаһы аҡса бүлергә ҡушты. Республика планлы рәүештә инфраструктураны төҙөй, спорт йылҡысылығын булдырыу өҫтөндә эшләй. Әйткәндәй, Шишмә районындағы күсмә цивилизациялар музейында башҡорт аты үҙәген проектлайҙар. Уны төҙөлөшө киләһе йыл башланасаҡ.