Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров үткән аҙна йомғаҡтарына туҡталып халыҡ экстремистарға лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтеп һынауҙы уңышлы үтте, тип белдерҙе. Ул республика халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Радий Хәбиров төбәктә хәлде ҡатмарлаштырырға тырышыусылар тураһында дөрөҫтө һөйләргә саҡырҙы. Муниципалитеттар башлыҡтары үҙ кабинеттарынан сығырға, халыҡ менән аралашырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш, тине республика етәксеһе. Оператив кәңәшмәнән хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы.Радий Хәбиров Оператив кәңәшмәне асып уҙған аҙнала Баймаҡта һәм Өфөлә булған ваҡиғалар сәбәбен атаны. Көнбайыштан Рәсәйҙе эстән тарҡатырға тырышыусылар эше, тине ул. Башҡортостан был баҫымды лайыҡлы үтеүен билдәләп төбәк халҡына рәхмәт белдерҙе республика етәксеһе.Власть менән халыҡ араһында бәйләнеш алыҫайған һайын был бушлыҡты үҙ файҙаһына ҡулланыусылар табыла. Урындағы етәкселәргә төбәк башлығы бүлмәләренән сығып халыҡ менән һөйләшергә, проблемалар хаҡында асыҡтан асыҡ һөйләшергә кәңәш итте.Башҡортостандың үҫеше һәм алға китеше өсөн күп эштәр башҡарған дәүләт эшмәкәре, республика менән етәкселек иткән Мидхәт Шәкиров шәхесен тарихи яҡтан өйрәнеү һәм уның исемен мәңгеләштереү күҙаллана. Был тәҡдимде тарихсы, Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһында эшләгән Рәмил Рәхимов еткерҙе. Әйткәндәй ул дүшәмбелә “Салауат Юлаев” ордены менән бүләкләнде.18-ендә Хәйбуллаға эш сәфәре буйынса Радий Фәрит улы кәңәшмә барышында айырым бойороҡтар еткерҙе: Аҡъяр тау колледжында 25 йылда ремонт эштәрен башларға, шул уҡ йылда белем усағында медицина белгестәрен әҙерләү эшен яйға һалырға, өғтәмә рәүештә бер ФАП-ты төҙөкләндерергә һәм район үҙег урамдарына асфальт һалыу өсөн 40 миллион аҡса бүлергә. Ял көндәрендә Дүртөйлө районында булған эш сәфәре буйынса ла айырым бурыстар билдәләнде. Боҙ һарайы төҙөү, “Арғымаҡ” ат спорты комплексына финанс ярҙам һәм сауҙәгәр йортон төҙөкләндереү кәрәклеге хаҡында әйтелде. Оператив хәлдәрҙән һау торошо эҙемтәләре иғтибарға лайыҡ. Юлдарҙы таҙартыуға, бигерәк тә Өфө ҡалаһында, етди яуаплылыҡ менән ҡарарға бойорҙо төбәк етәксеһе.Кәңәшмәнең төп өлөшөндә Башҡортостан делегацияһының Ҡаҙағстанға рәсми эш сәфәре хаҡында доклад яңғыраны. Радий Хәбиров етәкселегендәге эшлекле төркөм бөгөн юлға сыға. Ҡаҙағстан төп партнерҙарының береһе ,тиелде. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек әйләнеше бер ярым, төҙөлөш материалдары экспорты 3 тапҡырға артҡан. Башҡортостан медицина ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу буйынса илдә беренсе булып пилот проект башлай. Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры сығыш яһаны. Республикалағы медицина ойошмалары йылына 30 меңдән ашыу хәүефле ҡалдыҡтар сығара, әммә намыҫһыҙ ойошмалар арҡаһында уларҙың бер өлөшө законһыҙ сүплектәргә хатта урман ситтәренә сығарылып түгелә. Хәҙер бөтә ҡалдыҡтар бер урында тупланасаҡ. Демографияға йоғонто яһар докладтан күренеүенсә, аҙаҡҡы 5 йылда яңы тыуған балалар араһында үлем осраҡтары ике тапҡырға кәмегән. Ғаилә йылын башлап торғанда был яҡшы яңылыҡ. Ыңғай күрһәткескә төбәктә һуңғы йылдарҙа был йүнәлештәге медицина ярҙамы һәм технологик мөмкинлектәр артыу һөҙөмтәһе тиелде Оператив кәңәшмәлә
Экстремистарға лайыҡлы ҡаршылыҡ
Экстремистарға лайыҡлы ҡаршылыҡ