Хәрбиҙәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны түләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр

Хәрбиҙәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны түләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр

Башҡортостан Хөкүмәте хәрбиҙәрҙең айырым ҡатламдарына бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны түләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе раҫланы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Документта 2023 йылдың 10 ноябренән һуң, 2023 йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса, Рәсәй Федерацияһының ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән мобилизацияланыусылар хаҡында әйтелә. Үҙгәрештәр ошо уҡ осорҙа Башҡортостанда урынлашҡан хәрби комиссариаттар йәки хәрби частар менән контрактҡа ҡул ҡуйғандарға һәм саҡырыу буйынса хеҙмәт итеү урынына контракт буйынса хеҙмәтте һайлағандарға ла ҡағыла.