Өфөләге Матбуғат йорто ябыла

Өфөләге Матбуғат йорто ябыла

Радий Хәбиров бинала төҙөкләндереү эштәрен ойоштороу йөкләмәһен бирҙе. Был хаҡта Республика Башлығы Матбуғат йортонда журналистар менән үткән осрашыуҙа белдерҙе.Өфө матбуғат йорто 1972 йылда төҙөлгән. Бында Башҡортостанда нәшер ителгән бихисап газета-журналдарҙың мөхәрририәттәре урынлашҡан. Республика журналистар берлеге осрашыу-кәңәшмәләрен дә ошо бинала ойоштора. Төбәк етәксеһе журналистарға республикала һәм илдә барған етди ваҡиғалар шартында халыҡҡа ғәҙел мәғлүмәт еткергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Беҙҙең журналистар алғы һыҙатта эшләй. Кемдер ҡулына ҡорал алып үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша, кемдер мәғлүмәт һуғышында оборона тота, тине Радий Хәбиров.Республика Башлығы Матбуғат йорто бинаһындағы типография эше менән ҡыҙыҡһынды. Газета, журнал, китаптар баҫтырыуға бында ярты быуаттан ашыу элек нигеҙ һалынған. Бөгөнгә типография ҡеүәттәренең 90 процентын ғына файҙалана. Махсус ҡоролма-йыһаздар иҫкергән, эшсе кадрҙарға ла ҡытлыҡ кисерелә.