Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге эшлекле төркөм эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға юлланды. Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән үҙ-ара тауар әйләнеше 3 процентҡа артҡан. Бынан тыш, экспорт күрһәткесе лә юғары. Башҡортостандан Ҡаҙағстанға аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, минераль һәм машиналар эшләү продукцияһын оҙатыуҙы арттырыу һөҙөмтәһендә ошондай күрһәткестәргә өлгәшелгән. Былтыр Ҡаҙағстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса өсөнсө урынға сыҡҡан.
Республика делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға юлланды
Республика делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға юлланды