Рәсәй президенты “Рәсәй” күргәҙмәһендә “Туғандар-яратҡандар” форумы сиктәрендә Ғаилә йылына старт бирҙе. Владимир Путин шулай уҡ “Йыл ғаиләһе” һәм “Ғаилә эштәре” конкурстарында ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр менән осрашты. Был сараға Стәрлетамаҡ районынан Анна һәм Рөстәм Әхмәровтар ғаиләһе лә саҡырылғайны. Рәсәй президенты Әхмәровтар ғаиләһе менән оҙаҡ ҡына аралашты һәм уларҙы ВДНХ-ла “Рәсәй” күргәҙмәһендә Башҡортостан павильонын ҡарарға саҡырҙы.Анна һәм Рөстәм Әхмәровтар күп бабалы, ижади ғаилә. Былтыр улар “Ғаилә йылы” конкурсының “Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылғайны.
Рәсәй президенты Ғаилә йылына старт бирҙе
Рәсәй президенты Ғаилә йылына старт бирҙе