Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге төркөм эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға юлланды. Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән үҙ-ара тауар әйләнеше арта. Бынан тыш, экспорт күрһәткесе лә юғары. Республиканың төп сауҙа-иҡтисади партнеры булараҡ танылған Ҡаҙағстанды Радий Хәбиров егерме беренсе быуат дәүләте, тип баһаланы. Астанала асылған Ҡаҙағстан-Башҡортостан бизнес форумындағы ошо һәм башҡа фекерҙәр беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала. Башҡортостандың стратегик партнеры – Ҡаҙағстан тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләме иҫәбендә өсөнсө урынды биләй. Республика күрше дәүләткә химия сәнәғәте, каучук, аҙыҡ-түлек, минераль продукция, ағас, целлюлоза-ҡағыҙ, металл, машиналар төҙөү продукцияһы, туҡыма, күн-тире, башҡа төрлө тауар һата. Бизнес бәйләнештәренең дәүләт кимәлендә нығытылыуы мөһим, тип белдерҙе Радий Хәбиров.Астанала бизнес-форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Ҡанат Шарлапаев төбәк-ара хеҙмәттәшлек өсөн был осрашыу мөһим әһәмиәткә эйә, тип белдерҙе. Был форум предприятиеларға йәнә яңы һәм уңайлы мөмкинлектәр асыр, тигән ышаныс бирә. Башҡортостан Башлығы Ҡаҙағстандың беҙҙең өсөн төп тышҡы иҡтисади сауҙа партнер ғына түгел, ә туғандаш халҡы, уртаҡ йолалар, оҡшаш мәҙәниәт һәм фекер берҙәмлеге менән яҡын дәүләт икәнен билдәләне. Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәк-ара эшҡыуарлыҡ бәйләнештәре өсөн тәрән һәм файҙалы инфраструктура ҡоролған. Хеҙмәттәшлекте яйға һалыу менән эшсе төркөм шөғөлләнә. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан предприятиелары араһында сәнәғәт кооперацияһы мөмкинлектәре бойомға ашырыла. Төбәк-ара форумдар хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә булышлыҡ итә. Башҡортостан Башлығы күрше дәүләт вәкилдәрен быйыл көҙ Өфөгә Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлегенең унынсы юбилей форумына саҡырҙы.
Ҡаҙағстан-стратегик партнер
Ҡаҙағстан-стратегик партнер