БДМУ-ның 8 студенты кеше тәненең ағзаларын 3Д принтер аша баҫтырыу өсөн махсус гель уйлап тапҡан. Улар менән Ләйсән Тимербулатова осрашты.Лабораториялағы эштең башланғысы — студенттар юлыҡҡан ҡыҙыҡлы мәҡәлә. Күп тә үтмәй фәнни эҙләнеүҙәр тикшеренеүҙәргә күсә. Артабан лабораторияла ALLOINK исеме аҫтында гель барлыҡҡа килә. Гель нигеҙендә — кеше организмындағыға яҡын коллаген. Ул бер нисә баҫҡыс эшкәртеү аша үтә. ALLOINK составында химик матдәләр юҡ. Шуға күрә лә унан эшләнгән трансплантат ағзаны кеше организмы күп осраҡта кире ҡаҡмай. Киләсәктә ALLOINK матригеленән ҡойолған донор ағзаларын бөтә ил хирургтарының ҡулланыуын, сирлеләрҙең, оҙайлы сираттар көтөп түгел, ә ваҡытын операциянан һуң нығыныуға йүнәлтеүен төп маҡсат итеп ҡуя йәш ғалимдар. Әле улар асыштарына патент көтә.
Йәш ғалимдарҙан – донъя кимәлендәге асыш
Йәш ғалимдарҙан – донъя кимәлендәге асыш.