80 йыл элек Ленинград блокадаһы өҙөлә. Төньяҡ баш ҡала халҡы 900 көн буйына фашист илбаҫарҙарына ҡаршылыҡ күрһәтә. Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы яугирҙәргә ла ауыр һынауҙар аша үтеп оло ҡаһарманлыҡ күрһәтергә тура килә. Башҡортостанда әле блокадалы Ленинградтың бөтә михнәттәрен үҙҙәре аша үткәргән 59 кеше йәшәй. Уларҙың 35-е — Өфөлә. Альбина Зәйнетдинова репортажы. Һуғыш башланғанда Шакирә Бикбулатоваға 6 йәш кенә була. Ата-әсәһе заводта эшләй, Самира апаһы тырышып уҡып йөрөй. Яҡты һәм бәхетле киләсәк тип янып йәшәгән ғаиләнең өмөттәре сирена тауышы менән селпәрәмә килә. Ленинград блокадаһының бөтә михнәттәре аша үтергә тура килә Бикбулатовтарға. Өй йылытылмай, эсәр һыу юҡ. Бер телем икмәккә зар-интизар булып йәшәй ғаилә. Аслыҡ-яланғаслыҡты күп күрә халыҡ. Шакирә Ғабдулла ҡыҙын да һынау-юғалтыуҙар урап үтмәй. Аслыҡтан бәләкәй баланың күҙе алдында атаһы донъя ҡуя. Көнөнә бирелгән 125 грамм икмәк ғүмерлеккә хәтерҙә уйылып ҡалған, ти Шәкирә Ғабдулла ҡыҙы.Аслыҡ аңдан яҙҙырғанын үҫкәс кенә аңланым, ти Шакирә апай. Айҙар буйына ризыҡһыҙ интеккән әсә балаһын, бала әсәһен танымай башлай. Шөкөр, Ладога күле аша Тормош юлы асылғас, Шәкирә апайға апаһы һәм әсәһе менән Башҡортостанға ҡайтырға рөхсәт итәләр. Башҡортостанға тиклем поезд менән бер ай ҡайта Бикбулатовалар. Юлда әсәһе сирләй башлай. Тыуған яҡтарҙа ла һуғыш ғазаптарын күп күрергә тура килә Шакира апайға. Яҙмыш балалар йортона ла илтә, унда ла йәшәү һәм үлем араһында йөрөгәнен әлегеләй хәтерләй ул. Хәсрәтле бала сағына көрһөнмәй, Шакира апай. Шөкөр, Хоҙай уға бәхетле тормош бүләк итә. Әсәһе, апаһы ярҙамы, тырышлығы, үҙ ныҡышмалылығы һәм хеҙмәткә һөйөүе менән бөхетле киләсәк төҙөй ала. Тормош иптәшен осратып матур ғаилә ҡора, балалар үҫтерә, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәренең наҙына төрөнөп йәшәй.Ленинград блокадаһы ваҡиғалары Өфөлә йәшәүсе Нина Максимова яҙмышында ла яралы эҙ ҡалдыра. Күп балалы ғаиләлә Нина Павеловна иркәләнеп кенә үҫкән берҙән-бер ҡыҙ була. Үҙенең биш кенә йәшендә күргән ауырлыҡтарын ул әле һаман ҡүҙ йәштәрһеҙ һөйләй алмай. Аслыҡ-яланғаслыҡ , яфа сигеүҙәр, әрнеү-һыҙланыуҙар. Барыһы ла булды, күпте күрҙек,тип хәтерләй Нина Максимова. Шул уҡ ваҡытта ҡамалған Ленинградта эш дауам итә. Ауырыған һәм аслыҡтан йонсоған халыҡ көн дә заводтарға юллана. Балаларға ла иртә ҙурайырға тура килә. Нина Максимова ғаиләһенә 900 көн үлем менән көрәшергә тура килә. Был тигеҙ булмаған алышта үлем еңә. Ҡыҙ бер-бер артлы ағаһын, атаһын һәм әсәһен юғалта.Етем ҡалған ҡыҙ эвакуацияға эләгеп Иванов өлкәһендәге балалар йортона оҙатыла. Бында ла, Хоҙай, әйтерһең дә, сыҙамлыҡта һынай ҡыҙҙы.1943 йылдың ғинуарында сабыйҙы бер ғаилә үҙҙәре йәшәгән Писчуга ауылына алып ҡайтып китә. Йылдар үтә, һуғыш тамамлана. Беренсе көндәрҙән Башҡортостанға заводҡа ебәрелгән өлкән ағаһы һеңлеһе Нинаны таба. Әммә яңы ғаиләһенә өйрәнгән ҡыҙ Иванов өлкәһендә тороп ҡала. Йылдар үткәс кенә Нинаны яҙмыш Башҡортостанға илтә һәм Ленинградҡа кире әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге булһа ла, ҡыҙ йөрәген ғүмерлеккә беҙҙең республикаға бәйләй.Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән миллион ярымға тиклем кеше һәләк була. Ә күпме кешенең йөрәгендә ғүмерлеккә юғалтыу яралары уйылып ҡала. Башҡортостанда әле “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән бүләкләнгән 59 кеше йәшәй.
27 ғинуарҙа Рәсәйҙә хәрби дан көнө билдәләнә
27 ғинуарҙа Рәсәйҙә хәрби дан көнө билдәләнә