Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич килде. Бөгөн ул республика етәкселен Башҡортостан буйынса яңы баш федераль инспектор менән таныштырҙы.Был вазифаға элек Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығының етәкләгән Михаил Закомалдин тәғәйенләнде. Республикала йәмәғәт тәртибе һағында биш йыл эсендә ул үҙен иң яҡшы яҡтан күрһәтеп баш федераль инспектор вазифаһына тулыһынса әҙер икәнлеген раҫланы, тине Михаил Бабич. Төбәктең социаль мәсьәләләрен, ил Президентының май указдарын бойомға ашырыу, сәнәғәт тармаҡтары күрһәткестәренең тотороҡлоғон тәьмин итеү йәһәтенән күп мәсьәләләр хәл ителде. Баш федераль инспекторҙың эше күҙәтеү генә түгел, ә үҫешкә булышлыҡ итеү, беҙ ыңғай хеҙмәттәшлекте дауам итергә иҫәп тотабыҙ, тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов. Михаил Закомалдин үҙ сиратында республика дәүләт структуралары менән тығыҙ бәйләнешкә ышаныс белдерҙе.
Михаил Закомалдин Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор итеп тәғәйенләнде
Тулыраҡ: Михаил Закомалдин Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор итеп тәғәйенләнде