Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк.

Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, муниципаль ҡаҙналар аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусыларға социаль ярҙам күрһәтеү өсөн 25,4 миллион һумлыҡ аҡса аласаҡ. Был Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан экономияланған аҡсалар. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, аҡса мәктәп формаһын һатып алыуға йүнәлтелә.