Балалар баҡсаһына түләүгә компенсацияларҙы киләһе йылдан бөтә ғаиләләр ҙа ала алмаясаҡ.
Федераль законға ярашлы, республика хөкүмәте закон проекты менән сыҡты. Унда ғаиләлә килем, һәр кеше башына, 14 мең һумдан артҡан осраҡта, балалар баҡсаһына йөрөүсе балаларға компенсация бирелмәй. Әле был льготалар 1- се балаға — 70, 2 гә — 50, 3 — сө балаға 70 процент күләмендә билдәләнә. Яңы ҡанун ҡабул ителгәндән һуң, хәлле ғаиләләр дәүләт ярҙамына дәғүә итә алмай.