Башҡортостан буйынса эске эштәр бүлеге 2023 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Коллегия ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Прядко үткән йылда күрелгән саралар криминаль хәлде контролдән ысҡындырмаҫҡа, ҡайһы бер позицияларҙа яҡшыртырға булышлыҡ итте, тип билдәләне. Республика башлығы ҡатмарлы шарттарҙа төбәктә оператив хәлдең тотороҡлоғон тәьмин иткән полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Бөгөн тәртип һағындағыларға IT өлкәһендә аяуһыҙ һөжүмгә лә ҡаршы торорға тура килә.
Йәмғиәттә IT өлкәһендә енәйәтселек кимәле арта
Йәмғиәттә IT өлкәһендә енәйәтселек кимәле арта