Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында күнекмәләр үткән Урал Аръяғы һәм Өфө уҡыусылары менән осрашты. Курсанттар “Патриот”паркында бер нисә дәрес үтте. Радий Хәбиров менән осрашыуҙа йәштәр республика етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала талантлы балалар үҫә, уларҙың һәр береһенең үҙ маҡсаты бар. Курсанттар Радий Хәбировҡа күп һорауҙар бирҙе. Башҡортостан башлығының курсанттар менән осрашыуы күнекмәләр класында дауам итте. Егеттәр бында төҙ атырға өйрәнә. Радий Хәбиров та атыуҙан баш тартманы. Төҙ атыу буйынса ҙур уңыштарға өлгәшкән егеттәр республика башлығы ҡулынан сәғәт менән бүләкләнде.
Курсанттар менән осрашыу
Курсанттар менән осрашыу