Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡала хакимитенең элекке етәксеһе Өлфәт Мостафин исемен йөрөтәсәк физик культура һәм һауыҡтырыу комплексын ҡараны.Яңы объект баш ҡаланың Менделеев урамында төҙөлә, комплекс үҙенсәлекле, бында бихисап спорт төрө менән шөғөлләнергә мөмкин. Бер ҡыйыҡ аҫтында боҙ аренаһы, ике бассейн, тренажер һәм уйын залы урынлашҡан. Үҙәкте “Балаларға Газпром” программаһы сиктәрендә республиканың билдәле партнеры сафҡа индерә. Комплекста ремонт эштәре тамамланған, күпселек тейешле йыһаздар һәм ҡорамалдар урынлаштырылған. Яңы спорт объектын асыу быйыл февраль айының икенсе яртыһында көтөлә. Үҙәк Өфөнөң 450 йыллығына ҙур бүләк буласаҡ.
Өлфәт Мостафин исемендәге физик культура һәм һауыҡтырыу комплексы
Өлфәт Мостафин исемендәге физик культура һәм һауыҡтырыу комплексы