Пенсия алды йәшендәгеләрҙе ҡыҫҡартыу тыйыласаҡ

Пенсия алды йәшендәгеләрҙе ҡыҫҡартыу тыйыласаҡ

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Дәүләт Думаһына Рәсәй Хеҙмәт кодексының 179-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын тәҡдим итте. Документ Дәүләт Думаһы рәйесенә ебәрелде. Закон проектында хеҙмәткәрҙәрҙе йәки штатты ҡыҫҡартҡанда эш урынын һаҡлап ҡалыу хоҡуғына эйә булғандар исемлеген пенсия алды йәшендәгеләр менән тулыландырыу күҙ уңында тотола. Был уларҙың эшен юғалтҡан осраҡта артабан эшкә урынлашыу мөмкинлеге аҙ булыуы һәм пенсияға дәғүә итә алмауы менән аңлатыла. Хаҡлы ялға тиклем биш йәки унан да аҙыраҡ ваҡыты ҡалыусылар пенсия алды йәшендәгеләр исемлегенә инә.