Ул миллионлаған кешенең яратҡан алып барыусыһы

Ул миллионлаған кешенең яратҡан алып барыусыһы

Легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы, беҙҙең коллегабыҙ Әхәт Мотаһар улы Мортазинға бөгөн 65 йәш тулған булыр ине. Уның вафаты тураһындағы хәбәр, ысын мәғәнәһендә, аяҙ көндө йөшен һуҡҡандай булды. Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетын ҡарағыҙ. Башҡорт Левитаны. Уның тауышын бер кемдеке менән дә бутап булмай. Әхәт Мортазин тәбиғәттән үҙенсәлекле, матур, тәрән тембрлы тауышҡа эйә, бынан тыш, юғары телмәр мәҙәниәтенә эйә була. Һөнәре буйынса уҡытыусы булғанғалыр, бәлки, коллегалары өсөн ул телевидение һәм радио донъяһына алып ингән остаз булараҡ хәтерҙә ҡалған. Әхәт Мортазин тәүге тапҡыр телеүҙәк тупһаһына студент сағында уҡ аяҡ баҫа. Башҡорт филологияһы факультетының беренсе курс студентын осраҡлы рәүештә университет кисәләренең береһендә күреп ҡалалар. Тәүҙә уға йәштәр программаһын алып барыуҙы ышанып тапшыралар, ә һуңынан инде диктор эшенә ҡабул итәләр. Әхәт Мортазин радио һәм телевидениела йөҙҙәрсә программа алып бара. Башҡортостандың алтын тауышы, танылған диктор булыуына ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт ябай булып ҡала һәм күңеле һәр ваҡыт туған яғы Учалы районы Яңы Байрамғол ауылына тартыла. Улы Салауат әйтеүенсә, тормошта ла, эштә лә Әхәт Мортазин һәр саҡ алсаҡ йөҙлө була. Әхәт Мортазин спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә, хатта коллегалары менән волейбол командаһын ойоштороп ебәрә. Шулай уҡ, әлбиттә, матур тауыш эйәһе йырларға ла ярата.Башҡортостан радиоһының алтын фондында һаҡланған тапшырыуҙарҙың бихисап өлөшө Әхәт Мортазиндыҡы. Әле лә Әхәт Мортазин тауышы Башҡортостан радиоһынан айырылғыһыҙ.