Янғындан һаҡлан

Тулыраҡ: Янғындан һаҡлан

Ял көндәрендә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә янғын ваҡытында бер кешенең ғүмере өҙөлә яҙҙы. Осраҡлы ғына рәүештә яҡында булған шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ут ялмап алған фатирҙан уның хужаһын алып сыҡҡан. Бер-нисә минуттан килеп еткән янғын хеҙмәткәрҙәренә юғары ҡаттарҙан башҡа йәшәүселәрҙе лә ҡотҡарырға тура килгән. Шаһиттар төшөргән видеояҙманан күренеүенсә, үлемдән ҡотҡарылған ир ярым шәрә хәлдә тиҙ ярҙам машинаһын көтә. Күрәһең, янғын сыҡҡанда ир йоҡлаған булған. Тәүҙә ул төтөн менән ағыуланып, аңын юғалта. Бәхеткә күрә, яҡында үтеп барған һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре янған фатирҙан уның хужаһын алып сыға. Тағы ла сығыу юлын таба алмаған ике кешегә ярҙам итәләр. Күп фатирлы йорттоң аҫҡы өлөшө тулыһынса төтөнгә тула. Шуға ла баҫҡыстан төшә алмағас, өҫкө ҡаттарҙа йәшәүселәргә тәҙрәләрен асып, ҡотҡарыусыларҙы көтөүҙән башҡа сара ҡалмай. Ҡурҡышынан тышҡа һикерергә әҙер булған кешене шаһиттар тынысландырырыға тырышҡан.Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре фажиғә урынына бер-нисә минуттан килеп етә. Янғынды тиҙ һүндерәләр. Әммә яныусы материалдан сыҡҡан әсе төтөн йортто тулыһынса ялмап ала.Әле дүрт ғаилә ошондай шарттарҙа йәшәй. Стеналар ҡара һөрөм менән ҡапланған. Ҡайһы бер тәҙрәләр ватыҡ, шуға фатирҙарҙа һыуыҡ. Етмәһә, ут та юҡ. Электр сымдарын яңынан һуҙырға тура киләсәк. Әлегә йортта йәшәүселәр янғын эҙемтәләрен ҡаплауҙы талап итер өсөн күршеһенең дауахананан сығыуын көтә. Сөнки фажиғәлә тик уны ғәйепле тип иҫәпләйҙәр.