Балаҡатай районының Ямаш ауылы халҡы яңы мәҙәниәт усағын туйланы.
Был күп функциалы үҙәктә заманса китапхана, 250 урынлыҡ тамаша залы, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн бүлмәләр урынлашҡан. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Лилиә Мулланурова һөйләй. Әлеге ваҡытта Ямаш мәҙәниәт йортонда 14 түңәрәк һәм үҙешмәкәр ижади коллектавтар эшләп килә. Шул иҫәптән 6-һы балалар өсөн. Ижади коллективтарҙың бер-нисәһе халыҡ һәм өлгөлө тигән исем йөрөтә.