Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Американың һайланған президенты Дональд Трамп тәүге белдереү яһаны. Ул Сүриәлә ил президенты Башар Асадты властан бәреп төшөрөргә түгел, ә “Ислам дәүләте” террорсылары менән һуғышырға кәрәк тигән. Әммә Ҡушма Штаттар әлегә тиклем хөкүмәткә ҡаршы төркөмсәләрҙе яҡлап килде. Сәйәсмәндәр Трамтың белдереүе илдең рәсми позицияһына ҡаршы килеүе хаҡында белдергән.

Францияла бер йыл элек булған теракттар ҡорбандарын иҫкә алғандар. Уларҙа 130 кеше һәләк булғайны. Ҡала мэрияһы янында һауаға төрлө төҫтәге шарҙар осорғандар. Португалиянан футбол көйәрмәне теракттарҙың тәүге ҡорбаны булғайны.

Яңы Зеландияла ер тетрәү сәбәпле ике кеше һәләк булған. Полиция мәғлүмәттәренә ҡарағанда, рихтер шкалаһы буйынса уның көсө 8 балға еткән. Ер тетрәү үҙәне иң ҙур ҡаланан 90 саҡырымда булған.

Дубайҙың транспорт һәм юлдар идаралығы водителһеҙ машиналарҙы һанай башлаған. Был транспорт әле 650 метрлыҡ маршут буйынса ғына йөрөй. Дубай хөкүмәте стратегияһына ярашлы, 2030 йылға транспорттың 25 проценты водителһеҙ машиналарға тура киләсәк.