Рәсәй геройы

Рәсәй геройы

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына ҡараған Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры Андрей Мигуновҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. “Скиф” махсус хәрби операцияға барғас шунда уҡ яугирҙар араһында абруй ҡаҙана, уны хөрмәтләп атай, олатай тип йөрөтәләр. Яҡындары һәм бергә эшләгән коллегалары ла Андрей Мигуновты тик яҡшы яҡтан иҫкә ала. Әле Ғафури районында подполковниктың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрелә. Ошо хаҡта хәбәрсебеҙ Закир Шәриповтың махсус репортажы. Хәҙер Любовь Александровна яңыса йәшәргә өйрәнә. Ике ай элек ирен юғалтҡан ҡатынға бергә ҡорған бөтә уй-хыялдарын яңғыҙына тормошҡа ашырырға тура килә. Ә бит Андрей Мигунов йортон ремонтлап бөтөргә, ҡоймаһын алмаштырырға, тоғро Джек ҡушаматлы дуҫына эт ояһы эшләргә пландар ҡорған. Ханым тормош иптәшенең кистәрен уға бағышлап уҡыған шиғырҙарын да башҡа ишетә алмаясаҡ.Андрей Мигуновтың нәҫелендә хәрбиҙәр булмаған, ул үҙе тормошон армияға бағышлай. Ҡатыны менән илебеҙҙең төрлө төбәктәре буйлап күсенеп йөрөйҙәр. Мәскәү өлкәһендә, Межгорье, Белорет ҡалаһында хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан хәрби комиссариаты системаһында эшләй. Любовь Александровна менән улар бер тапҡыр ғына күрешмәй торалар, хәрби училищены тамамлағас, йәштәр өйләнешә һәм ике көндән ире Афғанстанға юллана.Андрей һәм Любовь Мигуновтар ике балаға ғүмер бүләк иткән. Улы атаһының юлы буйлап китеп, танкист вазифаһын һайлай. Әммә, уға оҙаҡ йәшәргә насип булмай. Майор званиеһына еткән хәрбиҙең ғүмере бик иртә өҙөлә. Иренең батырҙарса һәләк булыуы ҡатын өсөн икенсе һынау. Махсус хәрби операция башланғас Андрей Мигунов үҙенә урын таба алмай йөрөй. Ҡатыны уны бер аҙ тынысландырып, ебәрмәй ҡалдыра. Илен яратҡан һәм күңеле менән хәрби булған ир уҙған йылдың майында контракт төҙөй һәм Башҡортостан мотоуҡсылар полкына ҡушыла. Подполковник бер-нисә ғүмерҙе ҡотҡара ала. Ул дошман ғәскәрҙәре үтмәһен өсөн бер-нисә тәүлек яулап алынған позицияларҙы тота. Әммә, ҡайтышлай Мигуновтың техникаһына террорсыларҙың дрондары һөжүм итә. Үҙ ғүмере менән танк батальоны командиры ҡуйылған бурысты үтәй һәм егеттәрҙе аралап ҡала.Офицер йәмәғәт эштәренең береһенән дә ситтә ҡалмай. Уның башланғысы менән Красноусолда Афған һуғышында һәләк булғандарға һәйкәл асыла, башҡа проекттар тормошҡа ашырыла. Үҙе лә төрлө спорт менән шөғөлләнә һәм балаларға патриотик тәрбиә биреү эшендә әүҙем ҡатнаша.Андрей Павлович Мигунов көслө, ҡыйыу, ғәҙел кеше була. Кемдәр уны белгән, барыһы ла тик йылы һәм рәхмәтле хис-тойғолар һаҡлай. Бигерәк тә офицер менән бергә хеҙмәт иткәндәр һәм эшләгәндәр. Әйткәндәй, урындағы эҙәрмәндәр отрядына Рәсәй геройы Мигунов исемен бирергә йыйыналар.Махсус хәрби операцияла Скифты хөрмәтләп кемдер атай, кемдер олатай тип йөрөтә. Яҡташтары-хеҙмәттәштәре батальон командирын һәм уның яҡшы сифаттарын бер ҡасан да онотмаясаҡ. Был көндәрҙә ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр Андрей Мигуновтың ҡәберена барып, ҡатыны менән осраша. Ә Любовь Мигунова беҙҙең ғәскәрҙәргә ярҙам итеүен дауам итә, гуманитар ярҙам туплай, махсус селтәрҙәр үрә.Әле Башҡортостан етәкселеге, урындағы хакимиәт һәм ойошмалар тарафынан Рәсәй геройы Андрей Мигуновтың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар әҙерләнә. Уға ярашлы, батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙға Красноусолда бюст ҡуйыу, мемориал таҡтаташ асыу кеүек тәҡдимдәр бар.