Сәкән алып ҡулдарға

Сәкән алып ҡулдарға

Хоккейҙы ысын ир-егеттәр генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйнай. Башҡортостанда һәүәҫкәр спортсылар араһында был спорт төрө буйынса гүзәл заттар араһында иң көслө аталды. Шишмәләге ярыш барышын беҙҙең ижади төркөм күҙәтеп, хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин матч һөҙөмтәләре тураһында сюжет әҙерләне. Шишмәләге Түбәнге Хәжәт ауылында боҙ һарайы булмаһа ла, сәкән өсөн урын етерлек. Һөнлөгүлдәге майҙандың ҙурлығы тиҫтәләгән гектар. Тимәк, хоккей уйнар өсөн теләк кенә кәрәк. Был юлы иң көслөләрҙе Благовар, Бишбүләк, Шишмә һәм Өфө райондары хоккейсылары асыҡлай. Мең ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары араһында йөҙәрләгән хоккейсы булмаһа ла, уларҙың көйәрмәндәре меңдәрсә.Благоварҙар ышанысы — Шарлыҡ мәктәбенән физкультура уҡытыусыһы Елена Сәғәҙиевала. Быйма кейеп хоккей уйнау балаларға һикерергә өйрәтеүҙән ҡыйыныраҡ. Мөғәллимә бөгөн – һөжүмсе амплуаһында.Турнирға әҙерлек физик күнекмәләрҙән тыш, тренерҙар штабы менән эшкә лә бәйле. Һуңғыларына хәҙер хоккей ҡағиҙәһен өйрәнергә тура килә. Түбәнге Хәжәттә, мең ырыуы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында туп менән хоккей уйнау әлегә беренсе тәжрибә. Ярыш “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үткәрелһә лә, маҡсат ҙур — ҡатын-ҡыҙҙарға аралашыу мөмкинлеген биреү. Майҙан хужалары Түбәнге Хәжәт командаһының бер түгел, ә ике талисманы бар. Тәүгеһе – спортсылар ябынған француз яулыҡ, ә икенсеһе — ауылдың иң өлкән кешеләре Гөлсирә Мөхәмәтйәнова менән Фатих Ғилметдинов. Улар һәр спортсыны фамилияһы менән түгел, ә исемләп белә. Сөнки барыһы ла ошо ауыл килендәре. Иң йәшенә 50, ә иң өлкәне 70-кә аяҡ баҫҡан спортсыларҙың сәләмәтлеген матч барышында ысын хоккейҙағы кеүек табиптар ҙа күҙәтеп тора. Бәхеткә, был юлы медицина хеҙмәткәрҙәренә көйәрмән бурысын ғына үтәргә тура килде. Мең ырыуы башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙары араһында уҙғарылған хоккей ярышының киләсәге лә бар. Киләһе йыл турнир Башҡортостан кимәленә сығасаҡ. Урында әле ошо проектты бойомға ашырыу юлдарын барлайҙар. Көсөргәнешле ярышта беренсе урынды Шишмә алһа, көмөш наградалар Бишбүләктә. Өсөнсөлә Елена Фәрит ҡыҙы етәкләгән Благовар хоккейсылары. Ә дүртенсе урынды яулаған Өфө районы командаһының үҙ ҡыуанысы.